+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2022, 10:05

Әлшәйҙә - "Алтын шайба"

19 ғинуарҙан алып 23 ғинуарға тиклем Әлшәй районында 2007-2008 йылғы йәш хоккейсыларҙың "Алтын шайба" республика финал ярыштары үтә. 

Әлшәйҙә - "Алтын шайба"
Әлшәйҙә - "Алтын шайба"

Ул Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Башҡортостандың Берләшкән хоккей федерацияһы, республиканың "Алтын шайба" төбәк бүлектәре, шулай уҡ мәғариф һәм фән министрлығы, Әлшәй районы хакимиәте тарафынан ойошторола. Сара Раевка балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең боҙ майҙанында бара. Унда муниципаль һәм төбәк этаптарында призёр булған Әлшәй, Әбйәлил, Балтас, Дыуан, Дүртөйлө, Кушнаренко, Өфө, Саҡмағош райондарынан килгән 8 команда ҡатнаша. Хоккейсыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.

Фото:https://www.instagram.com/p/CY8nIPEtXHS

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: