+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 12:05

Камила Вәлиева барыһын да хайран итте

Йәш йондоҙ Камила Вәлиева Ҡытайҙа барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында үҙ сығышы менән барыһын да таң ҡалдырҙы һәм Рәсәй командаһына йәнә бер алтын миҙал килтереүҙә тос өлөш индерҙе ул!

Камила Вәлиева барыһын да хайран итте
Камила Вәлиева барыһын да хайран итте

15 йәшлек спортсы фигуралы шыуыу ярышында ҡыҫҡа программа буйынса еңеп сыҡты, ә ир-егеттәр араһында Марк Кондратюк икенсе урынға сыҡты. Ошо ике спортсыбыҙ ун һәм туғыҙ мәрәй яулап, Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса командаһына беренсе урын яуларға  булышлыҡ итте.

Камила Ҡышҡы Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ул сығышында өс ярым әйләнешле акселде эшләй алып, барыһын да һоҡландырҙы һәм үҙен фигуралы шыуыу буйынса иң оҫтаһы итеп танытты.

-Ҡыҫҡа программала сығыш яһағанда ныҡ тулҡынландым, сөнки был команда турниры,иңгә  ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Һәр эшләгән хәрәкәтемде контролдә тотоп, еренә еткереп башҡара алыуым өсөн бик шатмын, сығышымдан ҡәнәғәт ҡалдым. Командабыҙға юғары мәрәйҙәр килтерә алыуым минең өсөн ҙур бәхет, ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Камила Вәлиева.

Шулай итеп, конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса команда беренселегенең икенсе ярыш көнө һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй командаһы 74 мәрәй менән чемпион исемен яуланы. Камила Вәлиева,Марк Кондратюк менән командала Виктория Синицына һәм Никита Кацалапов,Анастасия Мишина һәм Александр Ғәлләмов сығыш яһаны.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from=t

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: