Быға тиклем Рәсәй тарихында сана спорты буйынса бындай уңышҡа өлгәшеүсе булмаған. Шуға ла 30 йәшлек спортсының өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелеп, илебеҙ иҫәбенә бронза миҙал килтереүе һоҡландырғыс. Татьяна Иванова Донъя кубогы этаптарында 17 тапҡыр еңеүгә өлгәшкән, әммә Олимпия уйындарында шәхси беренселектә был - беренсе миҙалы.