+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2022, 18:35

Александр Большуновҡа - көмөш миҙал!

Бөгөн Ҡытайҙа барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр араһында классик стиль буйынса саңғы ярыштары үтте.

Александр Большуновҡа - көмөш миҙал!
Александр Большуновҡа - көмөш миҙал!

Беҙҙең илдән  Илья Семиков, Иван Якимушкин, Алексей Червоткин һәм Александр Большунов ҡатнашты.

Скиатлон буйынса алтын миҙал яулаған Александр Большунов был юлы ла һынатманы. Ул 15 саҡрым арауыҡты уңышлы үтеп, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Был – спортсының карьераһындағы алтынсы Олимпия миҙалы!

Беренсе урынды фин спортсыһы Ийво Нисканен, өсөнсөнө Норвегиянан Йоханнес Клебо яуланы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: