Ҡышҡы олимпия уйындарын тантаналы рәүештә мәктәп директоры Миңлегөл Моталлапова асҡан. Артабан флаг күтәреү хоҡуғы спорт алдынғылары Алмаз Хисмәтуллин, Айгүзәл Хисмәтуллина, Азалиә Миңғәлиева һәм Алсын Солтангәрәевҡа бирелгән.
– Башта тантаналы рәүештә төрлө ил спортсыларын саҡырҙыҡ. Көйәрмәндәр шау-гөр килеп, көслө алҡыштар менән спортсыларҙы тәбрик итте. Байрам сараһына VII синыф уҡыусыһы Әминә Моталлапова төшөргән олимпиаданың талисманы булған панда Бин Дунь йәм өҫтәне. Уҡыусылар Рәсәй, Норвегия, Ҡаҙағстан, Белорусия, Канада, Швеция, Австралия, АҠШ, Украина, Ҡытай гимндары аҫтында милли кейемдәге спортсыларҙы ҡарап, үҙҙәрен олимпия уйындарында ҡатнашҡандай хис итте. Артабан физкультура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков спорт уйындарын башлап ебәрҙе. Шорт-трек, биатлон кеүек ярыштар барышында зал алҡыштар, күңелле тауыштар менән тулды. Еңеүселәр миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Сара барыһы ла ныҡ оҡшаны, – тип һөйләй Әлфирә Азаматова, мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.
Фото: мәктәп сайтынан.