Кисәге көн бик уңышлы булғайны, Рәсәй спортсылары илебеҙ иҫәбенә 4 миҙал яуланы. Ир-егеттәр араһында Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы саңғы эстафетаһында Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов ярышты һәм алтын миҙал яулауға өлгәште. Әммә был ябай ғына еңеү түгел, ошо спорт төрө буйынса илебеҙ 42 йыл үткәндән һуң, ниһайәт, иң-иңдәр иҫәбенә инде!
Ир-егеттәр араһында биатлондың эҙәрлекләү буйынса төрөндә яҡташыбыҙ Эдуард Латипов тағы бронза миҙал яуланы. Быға тиклем республикабыҙҙың биатлонсыһы ҡатнашлығында илебеҙ йыйылма командаһы ҡатнаш эстафетала ла өсөнсө урын алғайны.
Шорт-трек буйынса ярыштарҙа ла илебеҙ спортсылары һынатманы. 500 метр арауыҡҡа уҙышта 21 йәшлек Константин Ивлиев көмөш миҙал яуланы.
Фото:https://yandex.ru/images/search?text