Уның маҡсаты – хәрби-патриотик тәрбиә биреү, һаулыҡты нығытыу өсөн сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡты физик культура менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, саңғы спортын популярлаштырыу, һәләтле спортсылар табыу.
Был ярышта теләге булған барыһы ла ҡатнаша ала. Йәш төркөмөнә ҡарап, дөйөм старт бирелә. Балалар араһында 2005 – 2006 йылғы ҡыҙҙар – 3,5, 2005 – 2006 йылғы малайҙар – 5, 2007 – 2008 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар – 3,5, 2009 – 2010 йылғылар – 2, 2011 һәм унан бәләкәйерәктәр 1 саҡрым араға уҙышасаҡ. Шулай уҡ 18 йәштән алып 60 йәштән өлкәнерәк ағай-апайҙар ҙа ҡатнаша ала унда.
Был ярыш 19 февралдә Күсем ауылындағы саңғы трассаһында уҙасаҡ. Йәштәр урамы, 7 адресы буйынса йыйылып, сәғәт иртәнге 10-да теркәлеү үтергә кәрәк, ә уҙыш 11-ҙә башланасаҡ.
Фото https://vk.com/ алынды.