+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2022, 21:05

Өфөгә Белоруссия спортсылары килде

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөгә Белоруссия Республикаһының спортсылары килде. Улар биатлон буйынса ил чемпионатында һәм Рәсәй кубогының 9-сы этабында ҡатнашасаҡ.

Спортсыларҙы аэропортта физкультура-массалы эш, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәре үҫеше бүлеге етәксеһе Дмитрий Гладких, төбәктең «Башҡортостан беларустары» ижтимағи ойошмаһы рәйесе Раиса Зюзько, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Беларусь тарихи-мәҙәни үҙәге филиалының баш белгесе Жанна Хализова һәм  Иглин районы Балтика ауылындағы А.Н. Харитонов исемендәге мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. 

 Биатлон буйынса донъя кубогының беренсе этабында бронза миҙал яулаусы Дмитрий Лазовский Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында беҙгә тәүге тапҡыр килеүен һәм сифатлы биатлон күрһәтеү уның төп маҡсаты булыуын белдергән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: биатлон буйынса ил чемпионаты һәм Рәсәй кубогының 9-сы этабы Өфөлә 10 марттан алып 17-нә тиклем «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә уҙасаҡ.

Фото:https://www.bashinform.ru/news/sport/20

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: