«Батыр» спорт клубының ойоштороусыһы – Силәбе өлкәһе буйынса кудо федерацияһы президенты Владимир Петрович Остапченко.
Кудо – япон хәрби сәнғәте. Был спорт төрөнөң нигеҙендә ҡатнаш һуғыш төрҙәре алымдары ята. Нигеҙ һалыусыһы булып Адзума Такаси һанала. Ул 1949 йылдың 22 майында Японияның Кэсэннума ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Токиола университетта философия факультетында уҡый. Мәктәптә уҡыған сағында дзюдо секцияһына (япон уҡытыу системаһында мотлаҡ һанала) йөрөй. Әрме хеҙмәтенән һуң кёкусинкай карате менән шөғөлләнә башлай. Күп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, 10 йыл эсендә үҙенең тәжрибәһен камиллаштыра һәм Дайдо-Джуку-Карате-До (Кудо) тигән хәрби сәнғәт төрөнөң яңы йүнәлешенә нигеҙ һала. 1983 йылдан 1996 йылға тиклем Японияла 80-дән ашыу бүлексә ойоштора. Адзума Такаси былтыр 3 апрелдә вафат булды.
Кудо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, билдәле тренер, хәрби һуғыш сәнғәте оҫтаһы Адзума Такаси бихисап һәләтле уҡыусылар тәрбиәләй. Беҙҙең илдә кудоға 1994 йылдан һуң ғына өйрәнә башлайҙар. Бөгөн был йүнәлештә 30-ға яҡын илдә шөғөлләнәләр.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылы биләмәһендәге ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа ошо спорт төрө буйынса секцияға йөрөй. Әлбиттә, пандемия арҡаһында, тренер булмау сәбәпле, тотҡарлыҡ булды. Апрель айынан «Батыр» спорт клубы эшмәкәрлеге яңынан тергеҙеләсәк. Кудо буйынса Урал федераль округының чемпионы Илмир Надир улы Зәйнетдинов уҡыусыларҙың тренеры буласаҡ. Спорт һөйөүсе бәләкәс дуҫтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар https://vk.com/public158868494?z=photo-158868494_456239737%2Falbum-158868494_00%2Frev, https://vk.com/public158868494?z=photo-158868494_456239646%2Falbum-158868494_00%2Frev, https://vk.com/public158868494?z=photo-158868494_456239204%2Fwall-158868494_115 алынды.