+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Апрель 2022, 11:54

Тамара Танһыҡҡужина призына

Өфөлә донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина призына халыҡ-ара турнир үтәсәк.

Тамара Танһыҡҡужина призына
Тамара Танһыҡҡужина призына

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында әйтте. Ул октябрь айында уҙасаҡ. Илдең, донъяның төрлө тарафтарынан спортсылар ҡатнашасаҡ, шулай уҡ билдәле гроссмейстерҙар килеүе көтөлә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина призына ярыш шашка уйынын популярлаштырыр, һәләтле спортсыларҙы асыҡлар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

Фото https://vk.com/tansykkuzhinatamara?z=photo44514709_457239048%2Fphotos44514709 алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: