+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Апрель 2022, 14:53

Урал Хәсәнов - чемпион!

Салауат ҡалаһындағы "Толпар" шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе Урал Хәсәнов былтыр 15 йәшендә шахмат композицияларын сисеү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионы булғайны. Ошо көндәрҙә тағы уңышҡа өлгәште.

Урал Хәсәнов - чемпион!
Урал Хәсәнов - чемпион!

Сочи ҡалаһында 19 йәшкә тиклемге егеттәр араһында уҙған Рәсәй беренселегендә алтын миҙалға лайыҡ булды. Уралдың шахмат композициялары буйынса тренеры - Андрей Селиванов.

Урал Хәсәновты сираттағы уңышы менән ҡотлап, уға киләсәктә лә ҙур еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ! 

Фото: sport.bashkortostan.ru

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: