2014 йылғы Өфө ҡыҙы Алина Маракаева Башҡортостан чемпионы исемен алды. «Толпар» спорт клубынан 6 йәшлек кенә Реана Кинйәбулатова менән Мария Ярмак (2014 йылғы) көмөш һәм бронза миҙалдарға лайыҡ булды.
Малайҙар араһында ярышта Камил Вәлиев (Өфө районы, Зубов), Өфөнән Әмир Ғабдрахманов, Родион Фәтхелисламов тәүге өс призлы урынды бүлеште. Улар — бөтәһе лә 2014 йылғылар. Бына шулай бәләкәйҙән һалына ла инде ҙур спортҡа юл. Киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ кескәй шахматсыларға!
Фото: sport.bashkortostan.ru