+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Май 2022, 17:45

Ғаяз — Донъя чемпионы!

Әбйәлил егете Ғаяз Шөғүров Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһында милли командалар араһында билбау көрәше буйынса үткән Донъя кубогында еңеү яуланы!

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Әбйәлил районының Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе — Ғаяз Шөғүров менән Өфө күп профилле колледжы студенты Арсен Шәрипов ҡатнашты (тренерҙары- Р.Әбделғәзин һәм Ф.Шәрипов).
Донъя кубогында 25 илдән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.
Ғаяз Шөғүров финалға Тажикстан вәкиле менән сыҡты һәм 60 килограмм ауырлығындағы категорияла ышаныслы еңеү яулап, Донъя чемпионы тип танылды. Донъя чемпионын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та ҡотланы. Афарин, Ғаяз!

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Ғаяз - Донъя чемпионы!
Ғаяз - Донъя чемпионы!
Ғаяз - Донъя чемпионы!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: