Йәш шахматсы баш ҡаланың «Толпар» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе.
– Классик турнирҙа 9 йәшкә тиклемге иң яҡшы унау иҫәбенә ингән ҡыҙҙар араһында Реана Кинйәбулатова иң бәләкәйе. Әммә оҫталыҡ буйынса берәүгә лә ал бирмәне, – тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығынан.
Әйткәндәй, Рәсәй балалар Кубогы этабына барлығы 500 шахматсы йыйылған. Турнирҙа шахмат буйынса Донъя вице-чемпионы Анатолий Карпов үҙе лә ҡатнашҡан.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru