-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Октябрь 2022, 17:25

София алтын миҙал яулаған

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан йәш спортсы София Белаш 16 йәшкә тиклеме үҫмерҙәр араһында донъя беренселегендә алтын миҙал яулаған.

Самбо буйынса ярыш  Әрмәнстанда Ереван  ҡалаһында бара.

Софияны һәм уның тренеры Юрий Зубковты ихлас ҡотлайбыҙ.

Ҡыҙ 9 йәшенән Стәрлетамаҡтағы олимпия резервы мәктәбендә шөғөлләнә. Спортҡа һөйөүҙе үҙе лә дзюдо һәм самбо менән шөғөлләнергә яратҡан атаһы тәрбиәләгән. Әйткәндәй, София дзюдо буйынса «Азия балалары» ярышында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны. Шулай уҡ Европа кубогына ярышта II урын алды. 

Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото: vk.com.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: