Гимнастика элементтары менән беҙгә тренерҙар бейеү һала. Ҡулса, таҫма, туп, булава менән эшләргә һәм көйҙө ише тергә өйрәнәбеҙ. Бер нисә минутлыҡ тамаша ҡуйыр өсөн айҙар, хатта йылдар дауамында туҡтауһыҙ шөғөлләнергә кәрәк. Спорт талапсандарҙы, үҙенә ышанғандарҙы ярата. Гимнастика бигерәк тә. Бында һәр ваҡыт һығылмалылыҡты юғалтмаҫҡа кәрәк. Тәнең күнегеүҙәр төрөн онота икән, был спорт менән төрө менән хушлашаһың. Өфөлә «Виктория» тигән клуб 2016 йылдан бирле эшләп килә. Ул Башҡортостан Республикаһының Художестволы гимнастикаһы федерацияһына ҡарай. Бында төрлө йәштәге алтмышлаған буласаҡ спортсы ҡыҙ йөрөй. Беҙҙең менән спорт мастерҙары, юғары педагогик белемле тренерҙар Виктория Викторовна Михайлова, Анна Дмитриевна Егорова, Екатерина Сергеевна Заһировалар шөғөлләнә. Арабыҙҙа Башҡортостан, Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, спорт мастерына кандидат исемен алған ҡыҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Вероника Харисова, София Погорелова, Лада Виноградская, София Мөслөхова, Әҙилә Джеенбаева, Эмилия Бигловалар, унар йыл, аҙнаһына алты көн өсәр-дүртәр сәғәт ваҡыттарын ошо спорт төрөнә бүлеп, ошо исемгә эйә булған.
Мин был клубҡа икенсе йыл йөрөйөм. Башта интернеттан төрлө гимнастарҙың сығыштарын ҡарап үҙ аллы өйрәндем һәм профессиональ кимәлдә үҙемде һынап ҡарағым килде.
Алтынай УРМАНШИНА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20се башҡорт гимназияһы.