Ошо көндәрҙә шахмат менән ҡыҙыҡһыныусы балалар тап ошо музейҙа йыйылып, үҙ көстәрен һынап ҡараны. «Mir Chess» клубы менән бергә ойошторолған турнирҙа 6 – 15 йәшлек 30 йәш шахматсы ҡатнашты. Бәйге көсөргәнешле лә, мауыҡтырғыс та булды. 10 йәшкә тиклемге малайҙар араһында призлы урындарҙы Владислав Скрыпник, Эмир Кәлимуллин, Иван Птуха бүлешһә, ҡыҙҙарҙан Самина Кәлимуллина менән Самира Хәсәнова еңеүсе тип табылды. Ә үҫмерҙәрҙән иң «башлы»лары Таир Кәлимуллин, Асҡар Хәкимов, Эмир Таһиров икән! Ҡыҙҙар араһында тәүге урындарҙа иһә – Виктория Мигалина, Злата Раздымахо, Александра Краснова.
Еңеүселәрҙең береһе – Эмир Таһировтан тәьҫораттары менән бүлешеүен һораныҡ.
– 21-се лицейҙың VI синыфында белем алам, шахмат серҙәренә «Ufa Chess» академияһында өйрәнәм. Тренерым – Камил Илгиз улы Тазетдинов. Бындай ҙур турнирҙарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым, республика буйынса үткәрелгән «Старцев мемориалы»нда – II, «Байбурин мемориалы»нда III урын яуланым, ҡала кимәлендә лә тәүге урындар алып торам. «Ғүмәров мемориалы» марафонында иһә командабыҙ менән II урынға сыҡтыҡ. Бөгөн дә һынатманым, шулай ҙа яҡшыраҡ булдыра алыр инем, тип уйлайым. Беҙгә, еңеүселәргә, һәйбәт бүләктәр әҙерләгәндәр. Музей буйлап экскурсия ла оҡшаны, – тине егет.
Бөтә спортсыларға ла алда уңыштар юлдаш булһын!