+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
4 Октябрь 2023, 10:35

Башҡортостан данын яҡлайҙар

Краснодар крайындағы "Смена" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә йәш юл хәрәкәте инспекторҙарының "Хәүефһеҙ тәгәрмәс" конкурсы бара.

Башҡортостан данын яҡлайҙар
Башҡортостан данын яҡлайҙар

Унда Башҡортостан исеменән республика этабы еңеүсеһе - Салауат ҡалаһының йәш юл инспекторҙары отряды ҡатнаша. 

Сараға илдең 89 төбәгенән 356 уҡыусы йыйылған. Улар ҡыҙыҡлы һынауҙар үтә, юл ҡағиҙәләре һәм беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төплө белемдәрен күрһәтә, шулай уҡ велосипедта фигуралы йөрөү буйынса ла ярыштар буласаҡ. Еңеүселәр аҙна аҙағында асыҡланасаҡ.

Фото:  vk.com.

Башҡортостан данын яҡлайҙар
Башҡортостан данын яҡлайҙар
Башҡортостан данын яҡлайҙар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: