-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
28 Июль 2021, 09:28

Шишмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә

Республикабыҙҙа «Экология һәм Башҡортостан Республикаһы ресурстары» дәүләт программаһына ярашлы, шишмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә.

Шишмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә
Шишмәләрҙе төҙөкләндереү дауам итә

Был программа буйынса 12 районда 12 шишмә төҙөкләндерәсәк. Улар – Бишбүләк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Йылайыр, Краснокама, Тәтешле, Ҡариҙел, Хәйбулла, Архангел, Борай һәм Күгәрсен райондары.

– Йыл һайын беҙҙең министрлыҡ республикабыҙҙың тораҡ пункттарында шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эштәр алып бара. Беҙ муниципаль район хакимиәттәре ғаризалары буйынса эшләйбеҙ. Программаны тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – халыҡты һаҡлыҡ һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеү. Республика ҡаҙнаһынан шишмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре финансланғандан алып 2007 йылдан Башҡортостанда 130 шишмә яңы һулыш алды, – тип белдерҙе Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.

 

 

https://ecology.bashkortostan.ru/

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: