+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
28 Июль 2021, 10:51

Урман музейы 30 йылдан ашыу эшләй

Ҡәҙерле йәш дуҫтарым, баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Урман музейында булғанығыҙ бармы? Өфөгә юлығыҙ төшһә, каникул мәлендә барып күрмәй ҡалмағыҙ.

Урман музейы 30 йылдан ашыу эшләй
Урман музейы 30 йылдан ашыу эшләй

Был музей 30 йылдан ашыу эшләй. Бында һеҙ тәбиғәт донъяһына сумып, төрлө тауыштар ишетә, ҡатырылған хайуан-ҡоштарға тейеп ҡарай алаһығыҙ. Ике ҡатлы бина күп бүлектәрҙән һәм урман диорамаһынан тора. Беренсе ҡаттан икенсеһенә күсеү мәмерйә рәүешендә эшләнелгән. Фотоға, видеоға ла төшөргә була.

Музей Өфө ҡалаһы, Урман тыҡырығы, 1 (21-се дауахана эргәһендә) адресы буйынса урынлашҡан. Телефоны: +7 347 287 11 75.

Музейға килгәндә бер юлы эргәһендәге паркҡа инеп, тере хайуандар вольеры менән дә таныша алаһығыҙ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: