+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Август 2021, 09:00

Август айына һынамыштар

Августа көндәр аяҙ булһа, көҙ ямғырлы һәм бысраҡ булыр.

Август айына һынамыштар
Август айына һынамыштар

Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро киләсәк, дымлы булһа – ямғырлы көҙ көтөлә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
21 авгусҡа ҡарап ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.

Августа торналар төркөм-төркөм булып йылы яҡҡа китһә, ҡыш иртә килер.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: