+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
8 Август 2021, 08:00

Йәнлектәр ҙә ярата белә

Испанияла бөжәктәр менән туҡланыусы сәскәләр үҫә. Бал ҡорто, себен, серәкәй йә күгәүен ултырыуы була, таждар ҡапыл ябылып, тегеләр эстә тороп ҡала. Быны Чарльз Дарвин «тәбиғәттең асылмаған бөйөк сере» тип атаған. Ошондай асылмаған мөғжизәләр тәбиғәттә бихисап. Уларҙы биологтар, зоологтар, микробиологтар өйрәнә.

Йәнлектәр ҙә ярата белә
Йәнлектәр ҙә ярата белә

Миҫалға үрмәкселәрҙе алайыҡ. Ғашиҡ ата үрмәксе «өйләнер» алдынан инә үрмәксегә ау үреп бирә. Был – уның никах бүләге. Инә оҡшатмаһа, ау эсенә себен эләккәс кенә саҡыра. Тап шулай ул үҙенең яҡшы ата буласағын иҫбатлай, имеш...
Себендәр, серәкәйҙәр, күгәүендәр ҙә ғашиҡ була икән. Әгәр кемделер оҡшатһалар, ҡанаттарын йәйеп төшөрәләр. Ҡоштарҙа иһә бер аҙ икенсерәк: улар һайлаған парына, инә ҡошҡа, суҡышында ҡарышлауыҡ алып килә. Ғашиҡ торналар бейей. Ата һандуғас икенсе яртыһына суҡышында сәскә килтерә, унан һуң парлашып һайрай­ҙар! Аҡҡоштоң һайлаған парынан яҙһа, үҙен-үҙе ергә атып һәләк итеүе тураһында беләһегеҙҙер инде...
Йәнлектәр донъяһына ла күҙ һалайыҡ. Уларға ла, кешеләр кеүек, шатланыу, ҡурҡыу, ғәҙеллек сифаттары хас. Мәҫәлән, арыҫлан, юлбарыҫтарҙы ал­һаҡ, улар һунар иткәндән һуң кем күп көс һалған, күп йүгергән, шуға беренсе булып ашарға рөхсәт итә, ә яр­ҙамсылар табынға һуңғараҡ килә.
Ҡырағай хайуандар, йәнлектәрҙең барыһында ла бер­ҙәмлек һәм ойош­ҡанлыҡ бар. Улар бер нисә ғаилә бергә йәшәй, һунар иткәндә һәм балаларына ҡурҡыныс янағанда дошмандарына ҡаршы күмәкләшеп ташланалар. Кем айырыла, уны үлтерәләр йәки ҡыуалар.
Диңгеҙ балыҡтарында ла тәртип, һаҡлыҡ төп урында тора. Мәҫәлән, киттар ашарға табыу өсөн йөҙәрләгән саҡрым араны йөҙөп уҙа, арып китһәләр, туҡтап, йоҡлап алалар. Улар баштарын – өҫкә, ҡойроҡтарын аҫҡа ҡуйып, вертикаль рәүештә серем итә. Был ва­ҡытта балалары ситкә китмәй, тыныс ҡына уйнай йәки инәләре янында була. Киттар, дельфиндар, акулалар үҙҙәре һунар иткән биләмәгә рөхсәтһеҙ ингән сит балыҡтарҙы күмәкләп ҡыуып сығара. Китмәһәләр, уларға һөжүм итәләр. Кешеләр үҙ ерен нисек һаҡлай, йәнлектәр, хайуандар, диңгеҙ тормошонда ла шул уҡ хәл күҙәтелә.
Һәр йәнлектең, хатта сысҡандың да үҙ ере бар. Унда ул берәүҙе лә яҡын ебәрмәй. Башта ҡыуа, китмәһә – һуғышалар.
Борон-борондан туған-ырыу, ағай-эне араһында аҡыллы фекер йөрөткән, кәңәш биргән берәй хөрмәтле кеше булған. Уны икенсе төрлө аҡһаҡал йәки ил ағаһы, ил инәһе тип йөрөткәндәр. Ундайҙар йәнлектәр донъяһында ла бар икән. Мәҫәлән, арыҫландар, ягуар­ҙар, юлбарыҫтар, һеләүһендәр өйөр­ҙөң, төркөмдөң берәүһенә башҡалар менән идара итеүҙе тапшыра. Ул ваҡыты-ваҡыты менән ырыуын йыйып, күпме йән барлығын тикшерә, шунан сы­ғып, ҡайҙа һәм ниндәй ҡырағай хай­уанға һунар итеүҙе хәл итә.
Бөтә ҡырағай хайуандар һәм йәнлектәр, ҡоштар һәм балыҡтар ҙа, кешеләр кеүек, балаларын тәрбиәләй. Мәҫәлән, һеләүһен һунар итергә ваҡыты еткән балаларының ауыҙына алып килгән табышын «сәйнәп ҡаптырмай», алдарына һала ла ситтән генә күҙәтә. Алып килгән табыштың тиреһен йыртып, ит ашауҙы инәләре үҙҙәренә ҡалдыра.
Ҡама ла шулай. Бер йылдан һуң балаларын ашатмай, тотҡан балығы менән үҙе туҡлана, бүлешмәй. Һөҙөмтәлә асыҡҡан ҡама балалары һунарға үҙҙәре сығырға мәжбүр була. Тимәк, кем эшләй – шул ашай!
Ошондай уҡ миҫал ҡоштарҙа ла күҙәтелә. Балаларын осорға өйрәтер мәл еткәс, бөркөттәр, мәҫәлән, уларҙы оя­һынан төртөп төшөрә. Ҡанаттарын йәйеп осоп китә икән, тере ҡала, кемеһе ҡурҡа – һәләк була.


Миләүшә ГОДБОДЬ.
Чехия.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: