Быйылғы йәйҙә был әллә ни яңылыҡ та түгел һымаҡ, тик ялҡытып китте әле был эҫеләр. Етмәһә, өс көн тирәһе 19-ынан алып 22-һенә тиклем һуҙыласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға көндөҙгө 12-нән 4-кә тиклем ҡояш аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш итәләр. Тышҡа сыҡҡанда баш кейемегеҙҙе лә үҙегеҙ менән алырға онотмағыҙ. Һыуҙы күпләп эсһәгеҙ ҙә зыян булмаҫ. Сентябргә күп тә ҡалманы,түҙәйек инде, тиҙҙән аҙ булһа ла тын алыуҙары ла еңеләйеп китер әле.
Фото: volga-mother.ru