+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Сентябрь 2021, 12:15

Экологик автоуҙыш Өфөлә лә үтәсәк

«Таҙа ил 2.0» тигән экологик автоуҙыш 6 сентябрҙә старт ала. Был проектта Рәсәйҙең 11 ҡалаһы ҡатнашасаҡ. Сүп-сар ташыусы машиналарҙың колоннаһы Өфөнән 24 сентябрҙә уҙасаҡ.

Экологик автоуҙыш Өфөлә лә үтәсәк
Экологик автоуҙыш Өфөлә лә үтәсәк

Әлеге проект «Экология» милли проектына ярашлы Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында «Таҙа ил» ойошмаһы тарафынан икенсе тапҡыр ойошторола. Һәр төбәктә төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Асыҡ экология дәрестәрендә башланғыс синыфтар ҡалдыҡтарҙы айырыу буйынса файҙалы мәғлүмәт аласаҡ. Өлкән синыф уҡыусылары өсөн билдәле биләмәлә сүп-сар йыйыу буйынса уҙыштар үткәреләсәк. Студенттар иһә фильм ҡараясаҡ, унан һуң улар эксперттар менән экологик проблемаларҙы хәл итеү буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашасаҡ. Экобаскетбол һәм экохоккей уйындары ла көтөлә.

 

 

Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: