Ерән төҫлө бесәй тотоу бик һәйбәт, финанс хәлен яҡшыртырға, лайыҡлы эш табырға ярҙам итә, файҙаһыҙ сығымдарҙан аралай.
Аҡ төҫтәге бесәй дауалау көсөнә эйә, көсөргәнеште, хужаның арыуын сығара.
Ҡара төҫтәге бесәйҙәр бәхетһеҙлек килтерә, тип күптәр яңылыша. Киреһенсә, бындай мыраубайҙар йортто насар энергиянан таҙарта, хужаһына тыныслыҡ, аҡыл бүләк итә. Ҡара төҫтәге бесәйҙәр өйҙө көнсөлдәрҙән, насар уйлы кешеләрҙән, күҙ тейеүҙән, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.
Өс төҫтәге бесәй уңыш килтерә. Японияла, мәҫәлән, бер нисә йөҙ йыл элек һаулыҡ, байлыҡ һәм өйгә һөйөү алып килеүсе уңыш талисманы булып һаналған ул. Бындай төҫтәге бесәйҙе тик байҙар ғына тота алған.
Күкһел-һорғолт төҫтәге бесәй өйгә мөхәббәт алып килә. Һынамыштар буйынса, бындай йорт хайуаны хужаһына үҙен ышаныслы тойорға ярҙам итә, йортҡа бәхет килтерә.
Фото: https://pxhere.com/ru/photo/770162.