+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
29 Сентября 2021, 08:32

Кәйефең булмаһа, яран гөлө ярҙам итер

Өйҙәге гөлдәр кәйефте генә күтәреп ҡалмай, бүлмәләргә йәм дә өҫтәй. Белеп ултыртҡанда ҡайһы берәүҙәре йорт хужаларына уңыш һәм муллыҡ килтерә, ғаиләне берләштерергә , тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыу урынлаштырырға ла ярҙам итә,имеш.

Кәйефең булмаһа, яран гөлө ярҙам итерКәйефең булмаһа, яран гөлө ярҙам итер
Кәйефең булмаһа, яран гөлө ярҙам итер

Аҡса гөлө. Өйгә аҡса килтерергә булышлыҡ итә.

Яран гөлө. Бөтә насар уй-кисерештәрҙе ҡыуа. Кәйефең юҡ икән, яран гөлө эргәһендә тора бирһәң, күңелең дә күтәрелер.

Алоэ. Бөтә ғаилә ағзалары араһында дуҫлыҡ ептәрен бәйләй. Тирә-яҡтағыларға  йылы тойғоларыңды күрһәтергә ярҙам итә.

Бамбук. Насар энергияны бөтөрөп, ыңғай тойғолар бүләк итә.

Фикус. Йортто насар энергиянан таҙарта, борсолоуҙан, тынғыһыҙлыҡтан һаҡлай.

Фиалка. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙа  дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итә.

Ҡытай раузаһы. Ялҡаулыҡты баҫа, ҡыйыулыҡ бирә.

Монстера. Аҡылды рәткә килтерә, сәләмәтлекте нығыта.

 

 

Фото: https://bani-nsk.ru/raznoe/raznye-rasteniya-i-ih-nazvaniya-czvety-dlya-buketov-nazvaniya-foto-ekzoticheskie-i-populyarnye-czvety-dlya-buketov.html

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас