+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
16 Октябрь 2021, 17:59

Яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырылды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле һаҡланыу статусын алды. Был туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында донъя күрҙе.

Яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырылды
Яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырылды

Хәҙер был махсус һаҡланған биләмәлә тәбиғәттең һаҡланыуына зыян килтерерҙәй эшмәкәрлек тыйыла. Быға файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү, разведкалау, табыу, быраулау эштәре, төҙөлөш, сәнәғәт балыҡсылығы, һыу аҫты һунары кеүек эштәр ҙә инә.

 

 

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: