Бөгөнгө көн болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ, ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 5 – 10 метр тиҙлектә иҫеп, һауа температураһы көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем була. Иртәгәгә лә шундайыраҡ мәғлүмәт. Ә бына 4 көндө Башҡортостандың төньяғында епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы ихтимал. Төнөн һәм иртән юлдарҙың айырым өлөштәренә боҙлауыҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡҡа табан күсә. Һауа температураһы төнлә -5 - -10 градус һалҡын, урыны менән -15-кә тиклем һыуытасаҡ. Ә көндөҙ +1+4 тирәһе була.
Фото: d-kvadrat.ru