Бында бөгөн дә «Алтын көҙ» байрамы бит! Һәр төркөмдә Көҙһылыу апай биргән уңыштарҙан ғына әҙерләнгән, төрлө-төрлө емеш-йәшелсәләрҙән яһалған күргәҙмәләр теҙелеп киткән. Ҡараһаң, күҙҙәр ҡамаша!
Беҙҙең «Ҡурай», «Ынйыҡай» төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә байрамдан ситтә ҡалманы. Кем уҙарҙан ярышып, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп ҡалырға тырыштылар. Бигерәк тә Амелия Абдрахманова, Илназ Кәримов, Каролина Латипова, Әминә Сәйетова, Ләйлә Дилмөхәмәтова, Айнур Үҙәнбаев, Эльдар Хәбибуллин, Динислам Хәсәновтарҙың яһаған әйберҙәре үҙенсәлекле һәм матур ине.
Инде бер ай дауамында ысын мәғәнәһендә алтын көҙ батшалығында йәшәгәндәй булдыҡ. Беҙгә бик күңелле һәм рәхәт!
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
«Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.