+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
29 Ноябрь 2021, 15:59

Әбйәлилдән «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы III урын яуланы!

Ситтән тороп уҙғарылған «Иң яҡшы мәктәп урмансылығы» Бөтә Рәсәй смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Илебеҙҙең туғыҙ төбәгенән мәктәп урмансылыҡтары еңеүселәр булып танылды.

Әбйәлилдән «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы III урын яуланы!
Әбйәлилдән «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы III урын яуланы!

Бәйге «Мәктәп урмансылығы эшмәкәрлеген ойоштороу», «Мәктәп урмансылығының практик эшмәкәрлеге», «Мәктәп урмансылығының мәғрифәтселек эшмәкәрлеге» тигән өс номинация буйынса үткәрелгәйне. Быйыл баһалама төркөмө тарафынан Рәсәйҙең 46 төбәгенән 144 эш ҡаралды.

Шуныһы ҡыуаныслы: «Мәктәп урмансылығының мәғрифәтселек эшмәкәрлеге» номинацияһында беҙҙең республикабыҙҙан Әбйәлил районы Асҡар ауылынан «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы (етәксеһе – Мәүлиҙә Мәхийәнова) өсөнсө урын яуланы. Уларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

 

Фото: https://forest.bashkortostan.ru/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: