+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Ғинуар 2022, 09:30

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Шыршы – мөғжизәле Яңы йыл байрамының төп биҙәге һәм йәме. Хәҙер күптәр яһалма шыршы ултыртһалар ҙа, ылыҫ еҫе аңҡып торған ысын ағасты биҙәүселәр ҙә етерлек.

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?
Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Байрам өсөн генә күпме шыршы, ҡарағай киҫелә!? Тик бына уларҙың күпмелер ваҡыттан һуң сүп контейнерҙарында тулып ятыуын күреп күңел әрней. Был бигерәк тә ҡалала йыш күҙәтелә. Яңы йыл байрамдары уҙып китеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта башлай.

Ә уларҙы махсус эшкәртеүгә йыя торған урындарға тапшырһаҡ, күпкә файҙалы һәм отошло буласаҡ. Шуға ла шыршыларҙы ташламағыҙ, дуҫтар! Өфөлә быйыл махсус экологик ация ойошторолоп, шыршылар 15 урында ҡабул ителәсәк. 15, 16, 22 һәм 23 ғинуарҙа, көндөҙгө 12-нән 16 сәғәткә тиклем, түбәндәге адрестар буйынса тапшыра алаһығыҙ:

Дим районында – Магистраль урамы, 2А, Столяров урамы, 2 («Яркий» биҫтәһе);

Калинин районында – Мушников урамы, 11 һәм Гвардия урамы, 58/1;

Киров районында – Һынаусылар урамы, 21, Кувыкин урамы, 16 һәм Рубеж урамы, 174;

Ленин районында – Әхмәтов һәм Ирәндек урамдары киҫелешендә, Артезиан урамы, 18;

Октябрь районында – Гагарин урамы, 10/2, Королев урамы, 17, «Башҡортостан» сауҙа йорто;

Орджоникидзе районында – «Колхох баҙары» янында;

Совет районында – Менделеев урамы, 171 һәм Ленин урамы, 87.

Фото:Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: