+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
21 Май 2022, 16:30

Дауа — аяҡ аҫтында

Кесерткән — бик файҙалы үлән. Ул калий, кальций, магний, тимер кеүек макроэлементтарға бай. Кесерткәндәге кеүек С витамины хатта лимонда ла юҡ.

Бынан тыш, В һәм К төркөмө витаминдары, ҡырмыҫҡа кислотаһы (тап ошо кислотаһы менән «саға» ла инде ул беҙҙе) бар. Кесерткән ҡандағы гемоглобинды һәм эритроциттарҙы арттыра, шәкәрҙе, холестеринды кәметә.

Көнкүрештә кесерткәнде радикулит, быуындар ауыртыуы ваҡытында ҡулланалар. Ҡайһы саҡта ауыртҡан урындарҙы  ике-өс көнгә бер тапҡыр йәшел кесерткән менән «сағыу» кәңәш ителә.

Кесерткән төнәтмәһе бала имеҙеүсе ҡатындарҙа һөт килеүҙе арттыра. Япраҡтарының төнәтмәһе ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Кесерткән япрағы яраларҙың төҙәлеүенә лә булышлыҡ итә.

Бына шулай, дуҫтар! Дауа — аяҡ аҫтында, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән. Кесерткән дә әллә күпме ауырыуға дауа бит.

Фото: markik.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: