Тәүге тапҡыр сәскә бүләк иттең,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын,
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.
Һиңә тиклем башҡа берәү миңә
Таңда гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул көн, шул көн етмәне.
Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге.
Барыһы бар. Тик һин генә юҡ та,
Юҡ тағы ла ялан сәскәһе.
Тәүге күкрәү булып килдең дә һин
Алып остоң бәхет күгенә.
Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып
Йәйғор булып ҡалдың күңелдә.
Фотоның авторы – Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина.