Ана шул эрелеге арҡаһында был етешһеҙлегенә хатта иғтибар ҙа итмәгән. Бала сағында хатта маҡтанып, үпкәләү, ҡыҙғаныу, кемгәлер ҡарата мәрхәмәтлек күрһәтеү кеүек төшөнсәләрҙе бөтөнләй белмәйем, тигән.
Бер көндө саф һауа һулап йөрөгәндә юлына иҫке-моҫҡо ғына кейем кейгән ир баланы осрата. Иҫкән әсе елгә лә, яуып торған ҡарға ла иғтибар итмәй, өшөп бөткән ҡулдарын тишек кеҫәһенә тығып, малай ғорур ғына уның эргәһенән үтеп китә. Тиҙҙән Яңы йыл, бар халыҡ ҡала уртаһында матур итеп биҙәлгән шыршы эргәһенә ағыла. Берәүҙәр матур ҡупшыҡай менән һоҡланырға, ә кемдер байрам алдынан хыялдарын тормошҡа ашыра торған тылсымсы эҙләп килә. Был икәү ҙә ана шул майҙанға юллана. Туң йөрәклеһе уйынсыҡтарҙы күҙәтә, ә малай һыуыҡтан ҡыҙарып бөткән ҡулдарын эйәгенә терәп, күккә ҡараған да:
– Ағай, һеҙ тегеләйерәк китеп баҫмаҫһығыҙмы икән? Һауа фәрештәләренә генә сер итеп әйтер бик мөһим һүҙем бар ине, – тигән. Тегенеһе вайымһыҙ ғына көлөмһөрәй ҙә китеп бара. Ә малай шыршы эргәһенә яҡыныраҡ килеп, ергә тубыҡлана ла күҙҙәрен һауаға төбәп:
– Хөрмәтле фәрештәләр, мин бында килгәндә һеҙҙән өр-яңы кейем һорармын, тип уйлағайным. Өҫтөмдәгеләре бөтөнләй туҙып бөттө, аяҡ-ҡулдарым да гел өшөп йөрөй. Тик юлда саҡта бер кешене осраттым, ул миңә ҡарағанда ла бәхетһеҙерәктер, ахыры. Сөнки йөҙөндә бер генә лә нур юҡ, үҙе түгел, ә күңеле туңған, тиҙҙән бөтөнләй боҙға әйләнеп ҡуймағайы. Шуға һеҙҙән үтенеп һорайым, ошо ағайға ҡайнар йөрәк бүләк итмәҫһегеҙме икән, юғиһә, бер ҡасан да бәхеттең нимә икәнен аңламаясаҡ бит?!
Күп тә үтмәй, теге туң йөрәкле кеше майҙанға кире әйләнеп килә. Ә ҡулында малай өсөн тәғәйенләнгән өр-яңы кейем икән. Күрәһең, фәрештәләр уның үтенесен ҡәнәғәтләндергән. Әлбиттә, яңы йөрәк бүләк итмәгәндәр, тик ябай ғына ике ҡиммәтле әйбер ҡалдырғандар – ул да булһа, мөхәббәт һәм мәрхәмәтлелек.
Фото: b17.ru