-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
24 Август 2021, 14:28

Бутарға ярамай

Бай тормош тәжрибәһе булған өлкән генә остаздың өйө бер ваҡытта ла буш тормаған. Кешеләр уға һәр ваҡыт кәңәш һорап килгән. Был йорт айырыуса йәштәрҙең яратҡан урынына әйләнгән.

Бутарға ярамай
Бутарға ярамай

– Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, – тип ҡарт бер көн уларға мөрәжәғәт иткән. – Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған?

– Бәй, икәүһе инде, – тип йәштәр бер-береһенә ҡарашҡан.

– Юҡ, дөрөҫ түгел, – тигән ҡарт.

Йәштәр аптырап ҡалып, төрлө яуаптар тәҡдим итә башлаған. Ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе:

– Өсәүһе өҫтә ҡалғандыр, – тип әйтеп ҡуйған.

– Ни өсөн улай тип уйлайһың?

– Һеҙ бит тәлмәрйен һикергән тип әйтмәнегеҙ.

– Дөрөҫ. Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай, – тигән остаз.

 

 

Фото: https://travel50plus.ru/korotkie-istorii/russkie-mudrye-pritchi-o-dobre-i-zle.html.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: