+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
7 Октябрь 2021, 11:25

Микеланджело хәйләһе

Микеланджело ҙур мәрмәр киҫәгенән данлыҡлы Давид статуяһын яһап ҡуйғас, был иҫ киткес эште ҡарар өсөн ҡаланың барлыҡ юғары ҡатлам халҡы йыйыла.

Микеланджело хәйләһе
Микеланджело хәйләһе

Саҡырылған ҡунаҡтар араһында ярандарын эйәрткән кардинал да була. Бик матур килеп сыҡҡан һынға ҡарап, уның юғары кимәлдә эшләнеүенә барыһы ла һоҡлана. Ә ҙур дәрәжә тотҡан кардиналға ниндәй ҙә булһа һүҙен, фекерен әйтергә кәрәк. Һәм ул:– Һеҙҙең эшегеҙ миңә бик оҡшай…Тик... бына, күрәһегеҙме! Елкә тирәһен әҙ генә уйып ебәрергә кәрәк ине, – тигән.Тәкәббер, үҙенең һүҙен һүҙ иткән кардинал менән бәхәсләшеп тора алмай бит инде скульптор. Белеп тора: уға ҡаршы әйтергә ярамай. Кардинал бөтәһенә хужа. Тимәк, уны тыңларға кәрәк. Тик гармонияға, матурлыҡҡа ҡаршы ла хилафлыҡ ҡыла алмай. Ни эшләргә?Микеланджело уң ҡулына сүкеш, һулаҡайына игәү һәм күрһәтмәй генә мәрмәр онтағы ала ла баҫҡысҡа менеп китә. Скульптураға һуҡҡылаған, саҡ ҡына шаҡыған тауыш сығарған булып, әҙ-әҙләп ҡулындағы онтағын ҡоя.Һуңынан кире төшөп, ҡараштырып ала ла кардиналдан һорай:– Хәҙер нисек, һеҙгә оҡшаймы?Күҙен ҡыҫа биреберәк, иғтибар менән ҡарап тора ла:– Шә-ә-п! Бына хәҙер бөтә ере лә килешле бул­ған! – ти кардинал, ҡәнәғәт йылмайып.Эйе, шундай саҡтар ҙа була: «Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ!» Ҡайһы саҡта хаҡлығыңды белһәң дә, ил яҙмышы, туғандарың хәле һиңә бәйле бул­ғанда, улар хаҡына бәхәсләшмәй, икенсерәк юл менән мәсьәләне йырып сыға алыу мөһим.

Фото: ru.artsdot.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: