+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
1 Марта 2025, 07:30

Ни өсөн урманда Айыу хужа?

– Атай, һин беҙҙең урманда йәшәгән бөтә йәнлектәрҙе лә беләһеңме? – тип һораған кескәй Айыу балаһы атаһынан.

Ни өсөн урманда Айыу хужа?Ни өсөн урманда Айыу хужа?
Ни өсөн урманда Айыу хужа?

– Эйе, бөтәһен дә беләм, улым.
– Улай булғас, әйт әле, Бүре иң ҡыйыуымы?
– Эйе, ул ҡыйыу, миңә ҡарағанда ла күпкә батырыраҡ.
– Ә Юлбарыҫ көслөмө?
– Хәтәр көслө, мин уның менән тиңләшә алмайым.
– Ә Һеләүһен? Ул йылғырмы?
– У-у-у! Ул ныҡ йылғыр, ҡорбанына һөжүм иткәндә хатта япраҡ та һелкенмәй.
– Ә Төлкө тураһында ни әйтерһең? Уны бик аҡыллы, тиҙәр.
– Дөрөҫ әйтәләр, улым. Ул. ысынлап та, бик аҡыллы.
– Ә ниңә һуң улай булғас, Юлбарыҫ та, Бүре лә, Төлкө лә түгел, һин – урман хужаһы?
– Эш шунда, улым, Бүре ҡыйыу, әммә һаҡ түгел. Юлбарыҫ көслө, тик бик ҡыҙыу. Һеләүһен йылғыр, ләкин йыш ҡына тапҡанын һаҡлай белмәй. Төлкө аҡыллы, тик үҙенең тәжрибәһен дөрөҫ файҙаланмай, бүтәндәрҙе оторға тырыша һәм шул арҡала күңелһеҙлектәргә осрай. Баш­ҡалар хәл-ваҡиғаларҙың бер генә юлын күргәндә, мин ун асылын абайлайым. Урынына һәм ваҡытына ҡарап, Төлкө лә, Юлбарыҫ та, Бүре лә булам. Бына шуның өсөн дә мин – урман хужаһы, – тип яуаплаған Айыу бәләкәс улына.
Йәмғиәтебеҙҙәге төрлө дәрәжәләге етәкселәр ҙә, ябай кешеләр теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙең бер генә юлын күргәндә, улар ундан ашыу ысулды тоҫмалларға тейеш. Аҙаҡтан, ете тапҡыр үлсәп, уйлап, тикшереп, иң дөрөҫ, иң аҡыллы һығымтаға килергә бурыслы. Уларға төлкө аҡылы ла, кәрәк сағында хәйләһе лә, һеләүһен йылғырлығы ла, бүре ҡыйыулығы ла, юлбарыҫ батырлығы ла хас булыуы шарт. Тик был сифаттарҙың барыһы ла дөрөҫлөк хаҡына, кешеләр хәстәрлегенә ҡарата эшләүе мөһим.

М. АЗАМАТОВ.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас