

Төрлө илдәрҙән байрамға, тип килгән илселәр үҙҙәренең мәҙәни традицияларын күрһәтеп, башҡаларҙыҡы менән дә танышасаҡ. Тәүгеләрҙән булып килгән Һиндостан, Перу ҡунаҡтары тәүҙә ҡала буйлап сәйәхәт ҡылып, Өфөнөң иң матур урындары менән танышып сыҡты. Һиндостандың 21 кешелек коллективы менән килгән ете ҡыҙы рәхәтләнеп “Ете ҡыҙ” фонтаны эргәһендә иҫтәлеккә фотоға лә төштө.
Боронғо бай мәҙәниәтле һәм матур тәбиғәтле Перу республикаһы вәкилдәре лә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев майҙанында булдылар. Уларҙы ла айырыуса “Ете ҡыҙ” фонтаны менән атлы һәйкәл бигерәк тә һоҡландырған. Баҡтиһәң, беҙҙең Өфөбөҙҙөң ҡайһы бер урындарын үҙҙәренең Перуһына ла оҡшатҡандар әле.
Һүрәттә: Һиндостан вәкилдәре
Фото: mgazeta.com