

Әйтергә кәрәк, музыканың кеше организмына тәьҫире буйынса тәүге тикшереүҙәрҙе XIX быуат аҙағында табип-невропатолог Джеймс Корниг үткәргән. Ул оҙаҡ ваҡыт психик төшөнкөлөктө дауалауҙа Вагнер йырҙарының тәьҫирен өйрәнгән. Һынауҙы ул аудиторияла үткәргән. Иҫ киткес һөҙөмтәләр биргән. Ошонан башлап хәстәханала махсус дауалау концерттары үткәрелә башлаған.
Баҡһаң, төшөнкөлөк, эске көсөргәнеш, ҡурҡыу, йөрәк ауыртыуын, ҡан баҫымының күтәрелеүен музыка менән 90 процентҡа тиклем дауалап була икән. Итальян ғалимдарының фәнни һығымтаһын Бөйөк Британия, Рәсәйҙекеләр ҙә раҫлаған.
Әйҙәгеҙ, ҡайһы осраҡта ниндәй йырҙарҙы тыңларға тәҡдим итәләр икәнен ҡарап үтәйек әле. Мәҫәлән, үҙеңде һәйбәтерәк аңлар, хис-тойғоларыңды рәткә һалыр өсөн Бородин, Шопен, Бетховен моңдарын тыңлау һәйбәт. Брамс, Бах, Листың музыкаһы тартыныусанлыҡ, оялсанлыҡты еңергә ярҙам итә. Ярһып, ҡыҙған осраҡта Шостаковичтың көйҙәре үҙеңде тоторға булышлыҡ итәсәк.
Фото: https://pixabay.com/ru/photos/.