+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
26 Июля 2021, 10:23

Балалар араһында ла миллионерҙар бар

Мәктәпте тамамламаҫ элек үк миллионерға әйләнеүсе балалар күп. Уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә була.

Балалар араһында ла миллионерҙар барБалалар араһында ла миллионерҙар бар
Балалар араһында ла миллионерҙар бар

Эван – «EvanTube» каналын булдырыусы. Йыллыҡ килеме – 1 миллион 300 мең доллар. Ул каналын 8 йәш булғанда ғына асҡан. Хәҙер уның яҙылыусылары бик күп, видеояҙмаларын ҡараусылар ҙа көндән-көн арта. Блог алып барыусы малай тиҫтерҙәрен ҡыҙыҡһындырған әйберҙәр, уйынсыҡтар хаҡында һөйләй. Баҡһаң, һатып алынған уйынсығың хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләп тә, байып була икән.

Роберт Нэй – Bubble Ball уйынын булдырыусы. Ике аҙнанан һуң 2 миллион доллар эшләгән. Малайға 14 йәш кенә булған. Нисек быға ирешкәнме һуң? Bubble Ball уйынын уйлап тапҡас, интернет селтәрендә уны әүҙем ҡулланыусылар һаны үҫкән. Әле ул үҙенең Nay Games компанияһында ҡушымталар эшләү менән шөғөлләнә.

Мозия Бриджес – «Mo’s Bows» компанияһына нигеҙ һалыусы. Йыллыҡ килеме 150 мең долларҙы тәшкил итә. Малай компанияһын 9 йәшендә булдырған. Күптәр уның тауарына мохтаж икән. Мозия төрлө кәрәк-яраҡ нәмәләр-күбәләктәр етештерә башлаған. Уны журнал тышлыҡтарына йыш ҡына ҡуялар, Shark Tank шоуында ла төшкән.

 

Фото: https://o-krohe.ru/news/deti-millionery-4-istorii-uspeha/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас