

Йәй аҙағында буғаларҙан да бәхетле кеше булмаясаҡ. Эксперттар эске күңел торошоңа ышаныс белдерергә ҡуша, шул саҡта ғына һиҙемләүең күптән көткән бәхеткә юл асасаҡ. Августың тәүге аҙнаһында мөһим осрашыу ҙа көтөлә.
Ҡыҫалаларға ҡурҡыуҙан ҡотолоп, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн, бер аҙым яһарға кәңәш ителә. Шул осраҡта ғына, тылсымлы әкиәттәге кеүек, уй-ниәттәре ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк.
Саяндарҙы тормошон үҙгәртерҙәй кеше менән осрашыу көтә. Тик үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға һис ярамай. Эске күңел донъяңа һәм яҙмышҡа ышаныу мөһим.