+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2021, 11:31

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылды

Салауат районының Миндеш ауылында Башҡорт тарихы йылына арналған «түңәрәк өҫтәл» үтте. Уның темаһы «Тыуған яҡты өйрәнеү: тарихы, көнүҙәк проблемалары һәм үҫеш перспективалары» тип аталды.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылды
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылды

Сараны тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы, Ишембай ауыл советы хакимиәте, Салауат районы хакимиәте ойошторҙо. Бында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, йәмәғәт ойошмалары, власть органдары, туристик бизнес, ЮНЕСКО-ның «Янғантау» глобаль геопаркы вәкилдәре ҡатнашты. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Салауат районы ауылдарының тарихын, билдәле яҡташтарҙың биографияһын өйрәнеү, тыуған яҡты танып белеү эшен популярлаштырыуҙа музей һәм китапханалар эшмәкәрлегенең роле, балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тарихи мираҫты, фольклорҙы, шәжәрәләрҙе һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡараны.
– Беҙҙең музейҙа бындай осрашыуҙар йыш уҙғарыла. «Түңәрәк өҫтәл» артында аралашыу барышында формалашҡан рух һәм яңы идеяларҙы артабан да таратырға кәрәк, был йәһәттән дә беҙ халыҡ менән күрешеп торабыҙ. Беҙҙең район йылъяҙмаһы Башҡорт тарихы йылына арналған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс саралар менән тулыланыр, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Зилә Садиҡова.
Түңәрәк өҫтәлдең эше тамамланғас, сараның резолюцияһы ҡабул ителде. Шулай уҡ район ҡоролтайы тәҡдиме менән Ишембай ауыл биләмәһенә ҡараған дүрт ауылда йәшәгән ҡыр-көҙәй ырыуы башҡорттары башлығы һайланды, тип хәбәр итә Салауат районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: