+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Август 2021, 08:09

Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында күренекле башҡорт шәхесе, Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә саралар үткәрелде. Уны Мең ырыуҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Шишмә районы хакимиәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә
Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә

Мең ырыуҙары советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, 2019 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү программаһы ҡабул ителгән, бөгөнгө сара уны тормошҡа ашырыуҙың бер этабы.

– Сентябрь айында беҙ Ҡәнзәфәр бейгә бюст асырға ниәтләйбеҙ. Һын әҙер, әйткәндәй, уны эшләтеү өсөн ырыуҙаштарыбыҙ үҙҙәре күмәкләшеп аҡса йыйҙы. Әле Иҫке Ябалаҡлы ауылының мәсете ҡаршыһында махсус майҙансыҡ өҫтөндә эш башланды. Унда Мең ырыуҙарының барлыҡ ҡәүемдәренә, ә улар ундан ашыу, арналған тотош бер мемориаль комплекс ҡорорға ниәтләйбеҙ, — тип пландары менән уртаҡлашты Әхнәф Тимербулатов.

Бүздәк районынан килгән Ҫарайлы мең ырыуы вәкиле Ғүмәр Әндәрйәнов үҙе Ҡәнзәфәр бей тоҡомонан булып сыҡты.

– Тарих менән мин бәләкәйҙән үк ҡыҙыҡһынып үҫтем. Туҡһанынсы йылдар аҙаҡтарында үҙемдең Дистан бей нәҫеленән булыуымды белдем, артабан тикшерә торғас, уның Ҡәнзәфәр бейҙең бишенсе улы икәне асыҡланды, – тип һөйләне Ғүмәр Мәхмүт улы.
Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшкә етәкселек иткән Ҡәнзәфәр бейҙең тыуған ере оҙаҡ ваҡыт хәҙерге Благовар районының Башҡорт Тирмәһе ауылы тип фараз ителә, ә ҡасан һәм ҡайҙа ерләнгәне билдәле булмай. Ике йыл элек Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы һәм Хәжәт ауылдарынан имам хатиб Салауат Вәликәев, тарих уҡытыусылары Ғәлиән Төхфәтуллин һәм Айҙар Сафин Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәбере табылыуы тураһында хәбәр итә. Иҫке Ябалаҡлы ауылы зыяратындағы ҡәбер ташында унда кем ерләнгәне яҙылған булған, иҫке төрки телендәге тексты шәрҡиәтсе ғалим Әхәт Сәлихов тәржемәләй.

Әлеге ваҡытта ҡәбер урыны кәртәләнгән, эсендә таштан матур итеп түңәрәкләп диуар һалынған. Боронғо ҡәбер ташы янына мең ырыуы халҡы бөгөн ҡара мәрмәрҙән иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырҙы, унда Ҡәнзәфәр бей яҙып ҡалдырған һүҙҙәр уйылған: «Тарихын белмәгән хаким менән һөйләшергә ярамаҫ, халҡын һөймәгән, ихтирам итмәгән кешегә хаким булырға ярамаҫ».
Сарала ҡатнашыусыларҙың күптәре Ҡәнзәфәр бейҙең был һүҙҙәрен үҙ сығыштарында ҡулланды. Ысынлап та, үткәне менән ҡыҙыҡһынмаған, уны киләсәк быуын өсөн һаҡламаған халыҡ үҙенсәлеген юғалтасаҡ һәм үҙе лә юғаласаҡ. Бөгөнгө сара Ҡәнзәфер бейҙе генә хәтергә алыу, хөрмәтләү түгел, ә халҡыбыҙҙың данлы-шанлы тарихын ололау, уны йәш быуынға еткереү өсөн эшләнгән сираттағы ҙур эш булды.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: