+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2021, 13:23

Һин ниндәйһең?

Үҙеңдең ниндәй кеше икәнлегеңде беләһеңме? Әйҙәгеҙ, һынамыш ярҙамында тикшереп ҡарайыҡ. Һүрәттәге йөҙҙәрҙең береһен һайлап ал да, түбәндә яуабын уҡы.

Һин ниндәйһең?
Һин ниндәйһең?
  1. Тормошто бик яратаһың, шуға барыһы менән ҡәнәғәтһең. Изге күңелле булғаның өсөн дуҫтарың да үҙеңде бик хөрмәтләй.
  2.  Бик дәртле, маҡсатыңа ынтылыусан кешеһең. Уңышҡа ирешер өсөн хыялың артынан бараһың. Һәр эште яуаплы хәл итәһең.
  3. Бәхетле һәм уңышҡа ирешеүсәнһең. Уй-хистәреңде кешегә күрһәтмәйһең. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға яратаһың.
  4.  Бик изге күңеллеһең. Тормошҡа киң ҡарашлыһың. Кешенең хәленә инә, ғәфү үтенә лә беләһең. Тыныс тормошто хуп күрәһең.
  5. Әйтеп аңлата алмаҫлыҡ, ауыр кешеһең. Үҙең бик сағыуһың. Уй-фекерҙәргә байһың.
  6. Ыңғай, яғымлы кешеһең. Эргә-тирәләге бөтә тирә-яҡ һине ҡыҙыҡһындыра. Юморға бик байһың, кешеләрҙе көлдөрөргә әҙер тораһың.
  7. Тыйнаҡ, ентекләп уйлаусан һәм изге күңелле кешеһең. Был донъяға саҡ ҡына булһа ла изгелек килтерергә тырышаһың.
  8.  Бик дәртлеһең. Шул уҡ ваҡытта оптимист, мөләйем кешеһең. Дуҫтарҙы ла ғүмерлеккә һайлайһың.
  9. Аҡыллы кешеһең, аң-белем даирәң дә киң. Бик уйлап эш итәһең, үҙ аллыһың. Яңы уй-фекерҙәргә байһың.

Фото: https://m.ok.ru/mkvep05/topic/150924260065466.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: