-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2021, 13:32

Чемпионат эмблемаһы менән торт бешерелгән

«Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионаттың финал ярыштары майҙансығында чемпионат эмблемаһы менән торт бешергәндәр. «Кондитер эше» компетенцияһы эксперттарының береһе, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы педагогы Эльвира Ильясова һүҙҙәренсә, уның ауырлығы яҡынса 3 килограмм, тортты әҙерләүгә 2, 5 сәғәттән ашыу ваҡыт сарыф ителгән.

Чемпионат эмблемаһы менән торт бешерелгән
Чемпионат эмблемаһы менән торт бешерелгән

– Шулай беҙ ҡоролманың чемпионат компетенцияһына әҙерлеген үҙенсәлекле тикшереп ҡараныҡ. Беҙҙең бөтәһе лә әҙер, – тип тә белдерҙе Эльвира Ильясова. Эксперт әйтеүенсә, «Кондитер эше» «иң тәмле» компетенцияларҙың береһе.

Ҡатнашыусылар әҙерләгән барлыҡ кулинар ризыҡтарҙы WorldSkills Russia халыҡ-ара эксперттары баһалаясаҡ.

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: