+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2021, 10:50

Шыҡырҙаҡ һайыҫҡан

Һайыҫҡандың исем-ҡушаматы ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме?

Шыҡырҙаҡ һайыҫҡан
Шыҡырҙаҡ һайыҫҡан

Эш былай булған. Борон-борон замандарҙа, ҡоштар донъяһын булдырғанда, Хоҙай тәғәлә һәр ҡошҡа матур-матур йыр-моңдарын биреп кенә ҡалмаған, ә яҡшы эштәр генә башҡарырға ла бойорған, ти.
Тик ҡоштарҙың береһе, уны тыңламайынса, башҡалар тураһында юҡ-бар һөйләп ваҡыт уҙҙырырға әүәҫләнеп киткән. Берәй йән эйәһен күреп ҡалһа, уға яҡыныраҡ килеп: «Ә-һә-ә! Күрҙем-күрҙем! Һин шуны эшләнең, һин быны эшләнең! Минән йәшеренә алмаҫһың! Шы-ҡыр-шыҡырр!» – тип тирә-яҡҡа ҡысҡырып ултырған. Ҡоштар уны: «Был насар ғәҙәтеңде ташла, ғәйбәт һөйләп шыҡырлап йөрөгәнсе, эш менән бул, матур-матур йырҙарыңды яңғырат. Хоҙай тәғәләнең асыуынан ҡурҡ!» – тип ҡат-ҡат өгөтләп ҡараған, тик файҙаһы булмаған.
Тора-бара башҡаларҙы тикшерергә яратыусыға ҡушамат тағып, «шыҡырҙаҡ» тип кенә йөрөтә башлағандар. Көндәр буйы юҡ-бар һөйләгәс, шыҡырҙаҡ үҙенең йырҙарын да, хатта исемен дә онотҡан, йүнләп оса ла алмай интеккән, ти. Түбән генә осоп, бер ағастан икенсеһенә көс-хәл менән ҡунып, шыҡырлап ултырған ҡошто тәүге тапҡыр күргән кешеләр: «Был ниндәй һай осҡан ҡош ул?» – тип аптырап ҡалған. Шул ваҡыттарҙан алып был ҡоштоң исеме лә һайыҫҡан булып киткән.

Нәфис АҠЪЮЛОВ әкиәте.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: