+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2021, 13:55

Майҙансыҡты тәртипкә килтергәндәр

Баймаҡтан Айгөл Ғәлләмова социаль селтәрҙә ошондай хәбәр ҡалдыра.

Майҙансыҡты тәртипкә килтергәндәр
Майҙансыҡты тәртипкә килтергәндәр

"Баймаҡ ситендәге балалар майҙансыҡтары иғтибарҙан ситләтелгән. Бер бала йығылып төшкән да инде. Хәүефһеҙлек - ноль!"

Айгөл Ғәлләмованың борсолоуын аңларға була. Уйын конструкциялары төҙөк түгел икән, ҡурҡыныс тыуҙыра. Улар бигерәк тә сабыйҙар өсөн хәүефле урынға әйләнә.

Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре хатты теркәй һәм Баймаҡ районына ебәрә. Майҙансыҡ тиҙ арала тәртипкә килтерелә. Емерек ҡоролмалар ремонтлана.

Йыл башынан Республика менән идара итеү үҙәгенә балалар майҙансығындағы етешһеҙлектәр тураһында 442 мөрәжәғәт килгән. Һәр осраҡ буйынса яуаплы ведомство белгестәре ҡатнашлығында ентекле тикшереү ойошторола.

Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

 

#Инцидент #ЦУР #Башкортостан 

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: