+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Сентябрь 2021, 10:05

"Ҡанатлан"ға ҡушыласаҡ

Республика клиник балалар дауа­ханаһы нигеҙендә госпиталь мәктәбе асылды.

"Ҡанатлан"ға ҡушыласаҡ
"Ҡанатлан"ға ҡушыласаҡ

Был белем уса­ғы «УҡыйбыҙБеләбеҙ» федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Башланғыс этапта дауаханаларҙа оҙаҡ дауаланыу үткән 70-кә яҡын ҡыҙ һәм малай уҡыясаҡ. Һәр бүлмә алты уҡыусыға һәм уҡытыу­сыға иҫәпләнгән.
* * *
Республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында дүрт полилингваль мәктәп бар. Уларҙа 4 мең 500-ҙән ашыу бала белем ала, 200-ҙән ашыу педагог эшләй. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда тағы ла ошондай 14 белем усағы сафҡа индереләсәк.
* * *
«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәштәр гвардияһы» төбәк бүлексәһенең әүҙем йәштәре лә «Мәктәпкә йыйыныр­ға ярҙам ит» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Август айында Өфөнөң алты урынында уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыу ойошторолдо. Ә республика буйынса ошондай 25 пункт эшләне.
Быйыл хәйриә акцияһы үткәрелеп күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 40 мәктәп уҡыусыһы ярҙам алды, шуларҙың 28-е баш ҡалабыҙҙа йәшәй.
* * *
Яңы уҡыу йылынан республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәре лә «Ҡанатлан!» белем биреү проек­тына ҡушыласаҡ. Ә улар һаны – 1 мең 900-ҙән ашыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡанатлан» проекты ике йыл элек тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның маҡсаты – өлкән синыф уҡыусыларының үҙ аллы тор­мош­ҡа әҙерлек һәм үҫеш кимәлдәрен күтәреү. Был проектҡа X – XI синыфтар өсөн ике кейс индерелгән, улар бер нисә модул­дән тора.
* * *
Белем усаҡтарында туҡланыуға хаҡ артмаясаҡ. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин шулай тип белдер­ҙе.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: