+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2021, 14:01

10 йәштә генә ике фәнни ҡаҙанышҡа эйә

Үҙенә -10 ғына йәш. Шуға ҡарамаҫтан, системалы һәм сәнәғәт инженериялары өлкәләрендә фәнни ҡаҙаныштар яуларға ла өлгөргән. Аҡыл кимәле Эйнштейнға ҡарағанда ла юғарыраҡ.

10 йәштә генә ике фәнни ҡаҙанышҡа эйә
10 йәштә генә ике фәнни ҡаҙанышҡа эйә

Мексиканан йәш вундеркинд ҡыҙ Адхара Перес Санчес өс йәшендә үк уҡырға өйрәнеп, пазлдар йыя, алгебра менән мауыға башлай. Мәктәптә күп ваҡытын Менделеев таблицаһы янында үткәрергә яратҡанға тиҫтерҙәре үҙенә бик сәйерһенеп ҡарап, көлгән.

Адхара мәктәпкә ҡыҙыҡһыныуын бик тиҙ юғалта, шуға әсәһе уның һәләттәренә тура килгән уҡыу программаһы эҙләргә мәжбүр була. Белгестәрҙән аҡыл кимәлен дә тикшертә, ул Альберт Эйнштейн һәм Стивен Хокингтан да юғарыраҡ булып сыға, 162 берәмекте тәшкил итә.

Адхара тиҙ арала мәктәп программаһын үҙләштереп, Аризон университетына уҡырға инергә әҙерләнә. Вундеркинд ҡыҙ алдағы киләсәктә йыһанды тикшереү программаһында ҡатнашып, үҙенә NASA-ның иғтибарын да йәлеп иттермәксе.

 

 

Фото: https://deti.mail.ru/news/.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: