-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2021, 11:46

17 йәшендә беренсегә уҡырға барған

Волгоград өлкәһендә ғәҙәти булмаған бер уҡыусы бар икән. 17 йәшлек үҫмер тәүге тапҡыр беренсе синыфҡа уҡырға килгән.

17 йәшендә беренсегә уҡырға барған
17 йәшендә беренсегә уҡырға барған

Тәүҙә ул икенселәр менән бергә уҡыясаҡ, тип күҙалланған. Үҫмер уҡый ҙа, яҙа ла белмәгәс, беренсе синыфҡа ултыртып, башҡаларҙан айырым уҡыясағы хәл ителгән.

 Таловка ҡасабаһындағы мәктәптең директоры Вера Чехольская әйтеүенсә, үҫмерҙең ғаиләһе бында күптән түгел генә күсеп килгән.

– Беҙ йыл һайын көтөүселәр эҙләйбеҙ. Ғәҙәттәгесә, майҙан октябрь-ноябргә тиклем. Һәр береһенең эре малдары бар. Шулай килеп сыҡты инде быйыл сиғандар ғаиләһен ялланыҡ. Башта өлкән ир менән ҡатын килде, уның артынан – бөтә сиғандар. Был малай шулар араһында бар ине, – тип һөйләй мәктәптең атай-әсәйҙәре.

Үҫмерҙең ғаиләһе белем алыуға ҡаршы булған, шуға бала бер ҡайҙа ла уҡымаған, ата-әсәһенә көтөү көтөргә генә ярҙамлашҡан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: